Ҡашҡарым - тоғро дуҫым. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Ҡашҡарым - тоғро дуҫым


Бер ниҙән дә ҡурҡмайым мин
Тоғро дуҫым барында,
Үҙен түгел, мине яҡлай,
Һәр саҡ янда, һағымда.
Бысраҡ тимәй, һыуыҡ тимәй
Мәктәпкә бара бергә.
Ә үҙе өйгә һорамай,
Уҙып та китмәй түргә.
Бүләк көтөп тә йөрөмәй,
Ни бирһәң дә ҡәнәғәт,
Ҡашаҡарым - дуҫлыҡ өлгөһө,
Һеҙ ризамы, йәмәғәт?


2012